Башкирский короткометражный фильм "Морат"
Описание
Һәр кешенең тормош маҡсаты - яҡшы, иманлы, игелекле кеше булырға. Һәр бала аҡ күңелле, яҡшы уйлы булып үҫә, ләкин, ҙурая бара, төрлө сәбәптәр арҡаһында, бигерәк тә, һине уратҡан мөхит: дуҫтар, таныштар - кешенең холҡон, донъяға ҡарашын үҙгәртеүгә ҙур йоғонто яһай. Хатта, кеше үҙенең яңылыш юл менән барғанын белһә лә, шул юлдан китә алмай. Сөнки, ул быға өйрәнгән, уйларға, фекерләргә, нимәнелер үҙгәртергә кәрәкмәй, ә үлгән балыҡ кеүек тормош ағышы менән ағып тик барырға. Бындай кешеләрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыуы бик ауыр, тик тормош һәм һине уратҡан яҡшы кешеләр генә, дөрөҫ юлға баҫтыра ала. Был фильм да шуның тураһында. Тиҙ арала төшөрөлгән ябай фильм, етешһеҙлектәр менән, шуға ҡарамаҫтан, тәрән фекер һалынған. Артабанғы фильмдар күпкә яҡшыраҡ төшөрөләсәк, сөнки, үҙ кәңәштәрен телевидинияла эшләгән күренекле профессионалдар бирҙе, ул: Ләйсән Мазитова, Аделя Сунаргулова, Батыр Галимов һ.б . Фильмды төшөрөргә ярҙам иткән дуҫтарыма, таныштарыма һәм Ишембай егеттәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм!!!
Комментарии